Все новости
Илһөйәрлек
22 Февраля , 08:35

Йөрәктә урын ала

Һәр ауылда ошондай кеше булһа ине.

Йөрәктә урын ала
Йөрәктә урын ала
Салауат Сатыбаев кеүек. Ысын командир. Мәктәп уҡыусыларың ғына түгел, барлыҡ Зәк-Ишмәттең лидеры тиһәк тә яңғылышмабыҙ. Ул үҙенең "Подвиг" эҙләнеү отряды менән ҡайҙарҙа ғына булманы, күпме изге эштәр башҡарҙы. Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған, юғалған, хатта онотола башлаған мәрхүм батырҙарҙың исемен, кәүҙәһен тыуған еренә ҡайтара алды, тарихыбыҙ онотолмаһын өсөн бихисап эштәр башҡарҙы. Бөтәһен һанап бөтөп булмай, шуныһы: Салауат Мәхмүт улы, ысын мәғәнәһендә, бәләкәй генә ауылды ҙур кимәлгә сығарған кеше. Уҡытыусы-командир. 
Маска селтәрҙәр бәйләүҙе лә улар иң тәүгеләрҙән булып башланы. Кисә С. Сатыбаевтан был эштең нескәлектәрен белешеп торҙоҡ. Ҡарап торғанда ғына селтәр бәйләү анһат тойола икән, ә үҙең тотонһаң... 
- Нисә метр, километр булды инде бәйләгән селтәрҙәрегеҙ?
- Уны кем һанаған... Әҙер булып тора, ебәреп торабыҙ. 
Әле патриотизм тигән төшөнсә ныҡ актуаль булып китте, мәктәптәргә кем генә килмәй ҙә, кем генә үҙен күрһәтеп китмәй. Зәк-Ишмәттәргә илһөйәрлекте ситтән көтөп ятаһы түгел, был тойғо, Салауат ағалары ярҙамында, уларҙың йөрәгендә ныҡлы урын ала.
Автор:
Читайте нас: