Все новости
Илһөйәрлек
2 Апреля , 09:18

Үҙе менән ҡурай алып китте

- Ауылыбыҙҙан ике егетебеҙ Украинаға мобилизация менән киткәйне, тағы бер ауылдашыбыҙ үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 

Үҙе менән ҡурай алып китте
Үҙе менән ҡурай алып китте

Бына тағы бер егетте яуға оҙаттыҡ.
Беҙҙә егеттәребеҙҙе ил һағына оҙатыу йолаһы бар. Был юлы ла мәсетебеҙгә саҡырып, уларға изге теләктәребеҙҙе теләп ҡалдыҡ. Ауылдаштарын яуға оҙатырға иман йортона байтаҡ халыҡ йыйылды. Уның йөрөгән юлдарында именлек юлдаш булһын өсөн, Рәүил хәҙрәт Шәмсетдинов изге доғаларын уҡыны. Ауылдың ағинәйҙәре, сараға килгән туған-тыумаса, күрше-күлән изге теләктәрен теләне. Рәүеф Әбйәлилов уға үҙе эшләгән ҡурайын бүләк итте. Бала саҡтан уҡ ҡурайҙа уйнап үҫкән егет изге ҡомартҡыны үҙе менән яуға алып китте. Ҡурайсылар ансамбле яугирҙы матур көйҙәр уйнап оҙатып ҡалды...

Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында булған һалдатты яуға оҙатыу хаҡында мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас: