Уның артынан 44 йәшлек ҡустыһы Рафа ла китә.
Кесеһе армияла булмай, әммә, үҙе әйтеүенсә, хәҙер тулыһынса Ватанға бурысын биреп йөрөй.
Һуңғы ике йылда ағалы-ҡустылыларҙың әсәһенең бөтә иғтибары тик СВО тураһында яңылыҡтарға ғына йүнәлтелгән: бөтә эштәрҙе кисектереп, ул яңылыҡтар таҫмаһын, ваҡиға урындарынан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең репортаждарын, Рәсәй яугирҙары тураһында документаль проекттарҙы, журналистар һәм политологтар менән аналитик тапшырыуҙарҙы ҡарай.
- Һәр кадрға күҙ һалам, бәлки, көтмәгәндә унда малайҙарым күренеп ҡалыр? Һәр ваҡыт өмөтләнәм, - ти яугирҙарҙың әсәһе. Улдарына фаитхаһын бирә: "Алға, тирә-яғығыҙға ҡарап барығыҙ. Уяу булығыҙ. Аллаға шөкөр, минең балаларым ҡурсау аҫтында буласаҡ, атайым уларҙы күктән, ә мин бында әсә һөйөүе менән һаҡлайым.