Все новости
Илһөйәрлек
8 Апреля , 08:14

Ринат Мәргән

Үҙе күрше районда тыуһа ла, беҙҙеке ул.

Ринат Мәргән
Ринат Мәргән
Тамырҙары Балыҡлынан, Күмертауҙа йәшәне һәм беҙҙән яуға алынды. Уны белмәгәне һирәк, гәзиттәр яҙҙы ("Юшатыр"ҙа ла баҫылды), телевидение төшөрҙө, миҙал да бирҙеләр бер мәл (Бала Сытырманда тапшырҙылар). Яуҙан яраланып ҡайтты. Оҙаҡ ҡына дауаланды. Уны хатта вафат булды тип тә яҙып сыҡҡайнылар, бәхеткә, яңғылыш хәбәр булды, әжәл уны урап үтте. 
Дауаланып сыҡҡас, гуманитар ярҙам эшенә тотондо, Күмертауҙан киткән бер йөк тә унһыҙ китмәне. Ҡалала булғанында беҙҙә үткән һәр сарала ҡатнашты.
...Ул тағын яуҙа. Ринат яңыраҡ ҡына бер дронды бәреп төшөргән тип уҡыныҡ. Дүрт көн үттеме-юҡмы, ул йәнә бер дронды атып төшөргән. 
Уның ҡушаматы Гиря икән. Эштәр былай барһа, әкиәт батыры кеүек, Ринат Мәргән тип тә атауҙары бар. 
Автор:
Читайте нас: