Все новости
Илһөйәрлек
27 Апреля , 15:27

Шул көйө

Атайсал тигәндән. Бында беҙҙекеләрҙең күплеге! 

Шул көйө
Шул көйө
Уңға ҡараһаң да кемделер тап итәһең, һулға башыңды борһаң да мотлаҡ яҡташыңды осратаһың. Бына Иршат абзый Аҫылғужин, бына Игбаевтар, аталы-уллы килгәндәр. Анауы... йөҙө ныҡ таныш, тик иҫкә төшмәй, күрештем күрешеүен, һин кем әле тип һорарға баҙнат етмәне. Зәңгәрһыу төҫтәге эшлекле кәстүмдә йөрөгән ҡыҙ ҙа ныҡ таныш... Юлиә лә баһа. Зәйнуллина. Таймаҫ ҡыҙы. Быуаттар буйы күрешмәгәндәйбеҙ. Санкт-Петербургтан килеп еткән, бәләкәстән илһөйәр ҡыҙ булды, үҫкәс та шулай уҡ икән - патриот. Бер тамсы ла үҙгәрмәгән, фамилияһы ғына хәҙер икенсе -  Хучашева. 
Ҡайҙа йәшәһәгеҙ, эшләһәгеҙ ҙә, кендек киҫкән ерегеҙ барлығын, яҡташтар, ауылдаштарҙы онотмауығыҙ һәйбәт. Һәр ваҡыт шул көйө булып ҡалығыҙ, йәш, дәртле, илһөйәр. 
Автор:
Читайте нас: