Все новости
Илһөйәрлек
2 Июля , 10:04

Бер ҙә үкенмәй

Кәрәк саҡта ул тракторист, кәрәк икән танкист, тип Илшат Ишкинин кеүек уҙамандарға әйтәләрҙер.

Бер ҙә үкенмәй
Бер ҙә үкенмәй

Башҡа бик күп егеттәр кеүек мин дә тыуған илемде һаҡларға, уның мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслымын. Үҙ ваҡытында минең бер ҡартатайым шул фашистар менән һуғышта башын һалған. Шуны белә тороп, мин нисек тыныс ҡына өйҙә ултыра алайым?
Киров хужалығы етәкселәре минең был аҙымымды аңлап ҡабул итте. Минең ғаиләмә һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре, яҡлағандары өсөн хужалыҡтың етәкселегенә, рәйесе Дамир Таһир улы Байгилдинға ҙур рәхмәттәремде белдергем килә. Шулай уҡ Яңы Морапталда йәшәүсе Сөнәғәт менән Оксана Исхаҡовтарға, Руслан менән Эльвира Ғәлиевтарға, Ҡалта ауылынан Аҙнабаевтар ғаиләһенә, Яҡуттан Азат абзый Аҙнабаевҡа, Рәмил абзый Бурановҡа, Юлай Һөйөндөковтарға, Красный Маяҡтан Рәүеф Хәбибуллин ғаиләһенә, үҙемдең атайым Ильяс менән әсәйем Зөләйха Ишкининдарға оло рәхмәттәремде юллайым. Ярҙамығыҙ, терәгегеҙ өсөн баш эйәм. Ошондай етәкселәр, туғандар, дуҫтар булғанда минең күңелем тыныс. Ата-әсәйемдең доғалары, изге теләктәре мине һәр саҡ яҡлап йөрөр. Ышанам, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - ти Илшат Ильяс улы.

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: