Все новости
Илһөйәрлек
2 Июля , 16:44

Көҙҙәр еткәс, ҡайтырмын

Ул бөгөн ҡуҙғала икән.

Көҙҙәр еткәс, ҡайтырмын
Көҙҙәр еткәс, ҡайтырмын

Әле генә ҡайтҡайны, кире китер ваҡыты ла еткән. Йәл, танһыҡ ҡанғансы ғына түгел, былай ғына ла күрешеп, һөйләшеп булманы (ҡайтҡанында бер ҡосаҡлаштыҡ та бөттө). Осрашайыҡ, тегеләйтәйек, былайтайыҡ тип әрһеҙләшмәгәйнек. Башлыҡтың беҙҙән башҡа ла мәшәҡәте еткән, ял итһен, тыныс тормоштоң ләззәттәрен тойоп ҡалһын. Ана бит, ҡалай, кинәнеп, Шотт быуаһында йөҙҙө үҙе.
- Юлай Талхович, ҡасан ҡайтаһығыҙ?
- Көҙгә.
- Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ, штобы.
- Һеҙ әйткәс, шулайтырмын.
Ҡыҫҡа ғына булған хушлашыуыбыҙ (телефон аша) ошолай булды. 

Әйтте, һүҙ бирҙе, ябай ғына кешенеке түгел, Башлыҡтың һүҙе бит ул. Тоторға тейеш. 
Автор:
Читайте нас: