Все новости
Илһөйәрлек
18 Июля , 09:17

Әсә йөрәге

Ошо көндәрҙә "Фара" позывнойын йөрөткән туғаным ялға ҡайтып, яныбыҙҙа булып, кире яу яланына юлланды.

Әсә йөрәге
Әсә йөрәге

Отпускаһы был юлы саҡ ҡына күберәк булды, шулай ҙа ул бәхетле көндәр бик тиҙ үтә лә китә. Районыбыҙҙан өс егет бергә ҡайтҡайнылар, бергә юлға сыҡтылар.
Туғаным һөйләүенсә улар тыуған яҡтарын, ауылдарын, яҡындарын, ата-әсәләрен ныҡ һағыналар, сит яҡтарҙа йөрөүө еңелдән түгел. Өйгә ихласлап йылмайып, шатлыҡлы йөҙ менән ҡайтып төшһәләр ҙә, күҙҙәрендә тегендә ҡалған егеттәре өсөн, унда барған хәлдәр өсөн хафаланыу, һағыш сағыла. Беҙҙе уйлап, ундағы хәлдәр тураһында бик һөйләп бармай, барыһы ла яҡшы, унда беҙ егеттәр менән бер ғаилә кеүек татыубыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ, тип беҙҙе тынысландыра. Шулай булһа ла уларҙың беҙҙең кеүек кешесә шарттарҙа түгел, землянкаларҙа йәшәп, көнө-төнө хәүеф аҫтында йөрөүҙәре хафаландыра.

Лиана РӘШИТОВА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы килеш гәзиттә донъя күрҙе. 

Автор:
Читайте нас: