Уларҙың ҡыйыулыҡтарына һоҡланмау мөмкин түгел. Шундайҙарҙың береһе Шәбағыш ауылы биләмәһенә ҡараған Егрьевка ауылынан Азамат Биктимеров. Ул 2023 йылдың май айында үҙ теләге менән яуға китә.
- Илебеҙ ауыр тормош кисергәндә ситтә тороп ҡала алманым. Минең олатайымдың абзыһы Сәлмән Биктимеров Советтар Союзы Геройы, бер туған ағайымдар Рөстәм мәрхүм менән Руслан да Чечня һуғышында ҡатнаштылар. Уларҙан өлгө алып, мин дә Тыуған илемде һаҡларға, уның мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслымын тип был аҙымға ҡыйыу барҙым. Доставалов исемендәге батальондамын. Әле яурын башым йәрәхәтләнеп ҡайттым, дауаланғас кире барасаҡмын. Атайым мәрхүм инде, әсәйем ауылда бер үҙе йәшәй. Уға ярҙам итергә тырышам, ауылда бит эш күп: бесән эшләйһе, утын да әҙерләйһе бар, кәртә тирәне лә ҡарар кәрәк.
Яуҙа барлыҡ яугирҙәр ҙә бер йәндәй йәшәйбеҙ. Бер һыныҡ икмәкте лә, бер һауыт һыуҙы ла бүлешәбеҙ. Барыһы ла дуҫ, татыу, бер маҡсаттабыҙ, - ти Азамат Юнир улы.
Азаматыбыҙҙың тиҙерәк шәбәйеүен, илебеҙгә ттыныслыҡ килеүен, ә барлыҡ егеттәребеҙҙең дә иҫән-һау, имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.