Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
3 Сентябрь 2024, 16:57

Тыныс йәшәй алмаҫ инек

Ул бер беҙҙә генә булды түгел, бар донъяны гиҙҙе, гиҙә кеүек.

Тыныс йәшәй алмаҫ инек
Тыныс йәшәй алмаҫ инек
Беҙгә саҡлы Башҡортостандың әллә нисә район-ҡалаһында булған, бөгөн Күмертауҙа булды, бына яңыраҡ Ермолаевола.
Ильяс Батыргәрәев. Уны белмәгәндәр һирәк, телевидениела эшләй егет, яуҙағы хәлдәрҙе яҡтыртып бара. 
Мәҙәниәт һарайына һәммәһен йыйып, осрашыу үткәрҙе. Төп тема - махсус хәрби операция, дөрөҫөрәге, унда йөрөгән егеттәр. 
- Күп кеше килгәнһегеҙ икән,  - Ильяс быға, әлбиттә, шат, буш залға һөйләп тороу күңелле булмаҫ ине. Яуҙағы егеттәрҙең кәйефенә ҡағылғанда, беҙҙең Юлай Ильясовты ла телгә алды. Маҡтап, әлбиттә. Еңел булмаған ҡарар ҡабул итте, Юлай Талха улы, тине. Гуманитар ярҙам хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтте, шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды - тегендә һуғышмаһаҡ, бында тыныс йәшәмәҫ инек. 
Автор:
Читайте нас: