Все новости
Илһөйәрлек
13 Сентября , 13:55

Теләктәребеҙ ҡабул булһын

Таймаҫ ауылында тыуып-үҫкән Руслан Хәмитов әлеге ваҡытта яу ҡырында йөрөй. 

Теләктәребеҙ ҡабул булһын
Теләктәребеҙ ҡабул булһын

"Олатайым Хисмәт Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Ул илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүгә ҙур өлөш индергән кеше. Ысын ир-ат, ҡулдарына ҡорал тотоп, һәр саҡ Ватан һағына баҫырға әҙер торорға тейеш", - ти Руслан.
Тыуған яҡтарынан ситтә, яу яланында йөрөгән батыр яугирҙарыбыҙ тиҙерәк иҫән-һау илебеҙгә әйләнеп ҡайтһын, ергә тыныслыҡ килһен, һуғыш туҡтаһын тигән теләктәребеҙ ҡабул булһын. Илһөйәр, рухи яҡтан ныҡлы булған яугирҙарыбыҙға именлек теләйбеҙ.

«Егеттәрҙе махсус хәрби операцияға оҙатҡан ваҡытта, һеҙ илебеҙҙе һаҡлағанда ғаиләләрегеҙ тураһында хәстәрлек күрербеҙ, тип әйткәйнем. Минең өсөн төп бурыс – әсәйҙәрегеҙ һәм өләсәйҙәрегеҙ менән барыһы ла яҡшы булһын өсөн һеҙҙе ҡайғыртыу, – тине Радий Хәбиров. – Республикала 39 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн – бушлай туҡланыу һәм йәмәғәт транспортында йөрөү, юғары, урта махсус уҡыу йорттарына инеү хоҡуғы һәм башҡа льготалар. Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды эшләй, ә муниципалитеттарҙа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү механизмдары яйға һалынған».

Автор:
Читайте нас: