+2 °С
Снег
Был һүҙ нимә аңлата бик белмәйбеҙ, рэперҙар бер-береһенә шулай өндәшә, буғай, яҡын күргән кешегә, тимәк, шулай өндәшәләр. Ә Нигә беҙгә бик яҡын кеше. Кисә хәбәр ебәрҙе - ҡыуаныслы яңылыҡ, уны Г. Жуков миҙалы менән бүләкләгәндәр. Хәбәрен ебәргәс, был мине танымаған, номерҙы һаҡламаған тип уйланы, ахры, был мин, тине. Танымаған ҡайҙа, күптәндән тауышын ишеткән юҡ ине (голосовой ебәрҙе), рәхәт булып китте.
Миҙал алыуың шәп, ошонан да шәберәк шатлыҡты бүләк ит беҙгә - иҫән-һау ҡайт, мырҙа.