Ҡултыҡ таяғына таянып, бер аҙ һылтыҡлап атлаған иргә сараға килгән халыҡ араһында ихтирам ҙур: таныш булмаһа ла кемелер хөрмәт итеп, ҡул биреп күрешеп китә, бер бала үҙенә тип һатып алған күстәнәсен тоттора, сөнки бөгөн тыныс шарттарҙа һәүетемсә йәшәүебеҙ уларҙың ил сигендәге батырлығына бәйле икәнлеген улар аңлай.
Һап-һары шәл ябынған ҡайын янында сәсен сал баҫҡан 39 йәшлек яугир менән әңгәмәләшәбеҙ. Тормош уны әҙ һынамаған: 2003 йылда Чечняла хеҙмәт иткән, тәүге ҡатыны үлеп ҡалғас, ҡыҙы менән улын яңғыҙ үҫтергән. Икенсе ҡатынынан тыуған улы ошо мәктәптә 9-сы класта белем ала. Тормош беҙ уйлағанса ыңғай ғына бармай шул, икенсе ҡатыны менән тормош юлдары айырылған .
Машинаны биш бармағы кеүек яҡшы белгән (ҡушаматы ла шуға бәйле) ир ҡаланың транспорт базаһында, аҙаҡ юл-патруль хеҙмәткәре булып эшләгән. 25 майҙа контракт төҙөп махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Бтр-ҙа өлкән водитель, аҙаҡ штурмсылар батальоны командиры итеп тәғәйенләнә.
“Украина ғәскәрҙәре һәм уларға ялланыусылар Халыҡ-ара конвенция менән тыйылған кассеталы боеприпастар ҡуллана, яраланған һалдаттарҙы ла юҡҡа сығарырға тырыша”, - ти “Фара”. Күп нәмәне һөйләргә хоҡуғы булмаһа ла, яугирҙең бер нисә һүҙенән дә алғы һыҙаттағы ысынбарлыҡты, ундағы хәл торошон аңлайһың. Утты-һыуҙы кискән яугирҙәр бирешә торғандарҙан түгел, беҙ һаҡламаһаҡ еребеҙҙе, кем һаҡлар,ти “Фара” ла. Алғы һыҙыҡта уны яуҙаштары көтә, шуға ла тәнендәге ярсыҡтарҙы алдырыу менән, кире махсус операция биләмәһенә юлланасаҡ.
Үлем менән күҙгә күҙ осрашҡанда, тыуған ер, ил, эсер һыу, дуҫлыҡ, кешелеклек, йәшәү мәғәнәһе кеүек төшөнсәләрҙе нығыраҡ аңлайһың кеүек. Алдан аралашып йөрөгән, уның артынан яу биләмәһенә юлланған, медротала хеҙмәт итеп, яраланған яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән Күмертау һылыуы Екатеринаның аҙымы “Фара” өсөн иң изге тойғоларҙы белдереүгә тиң. Ғишыҡ утында яныу уларҙың рухын нығытҡан, яуға барғанда көс өҫтәгән. Үлем менән йәшәү араһында һыналған мөнәсәбәтен яугирҙәр тыуған яҡҡа отпускаға ҡайтҡан саҡта нығытып ҡуя: Мәләүез һәм Күмертау ҡалаһының “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре менән никахтарын законлы рәүештә нығытып ҡуя. Имен-аман операцияларҙы үткәреп, яралары йүнәлгәс тә, “Фара” махсус хәрби операция биләмәһенә талпына, сөнки илде һаҡлау – уның хәрби бурысы икәнлеген аныҡ аңлай.
"Башҡортостан" гәзите / Газета "Башкортостан"