Яңы Мораптал ауылынан, Марат абзыйҙы. Уны оҙатырға тип, туғандары, ҡыҙы килгәйне. Артыҡ һүҙ әйтеүсе булманы (нимә әйтәһең?), һалдаттың иҫән-һау ҡайтыуын теләнек.
- Яңы Морапталда, бик тиҙҙән, һине ҡаршы алып, табын артында гөрләшеп ултырырға яҙһын, - тип беҙ ҙә ҡосаҡҡа алдыҡ абзыйҙы, быға саҡлы бер тапҡыр ҙа күрмәгән кеше, ҡапыл ғына ныҡ яҡын булды ла китте.
- Һуғыш тамамланыуға бара шикелле,- район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Сәйфуллиндың ошо һүҙҙәренә ҡолаҡтар ҡарп итеп ҡалды, йә, Хоҙай, шулай ғына була күрһен. Баяғы теләктәргә яңыһын ҡуштыҡ - һин барып еткәнсе бөтәһе лә бөтһөн дә ҡуйһын ине.