Көйөргәҙе районына эш сәфәребеҙ күңелдә уйылып ҡалырлыҡ матур осрашыуҙарға бай булды. Уларҙың береһе Рәйлә менән Рәмил Атйетәровтар ғаиләһе менән күрешеү ине. Ғүмер буйы ауылда тырышып хеҙмәт иткән, 45 йыл бергә йәшәгән был ғаилә ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Тәүге сиратта беҙҙе улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, наградалар менән бүләкләнгән яугир ул үҫтергән ғаилә булараҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
Бәхетебеҙгә күрә, һалдат үҙе лә ялға ҡайтҡайны, шуға был осрашыу айырыуса иҫтәлекле булды. Һүҙебеҙ күбеһенсә уның тураһында барҙы. Бала саҡтан үҙаллы, тәүәккәл булып үҫә ул. Тәртип тигән төшөнсәне лә бәләкәйҙән төшөнә. Әсәһенең уҡытыусы булыуы ла быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр. “Мин мәктәптә һиңә әсәй түгел”, – тигәс, улы мәктәптә әсәһенә “Рәйлә Ришатовна” тип өндәшә. Атаһы ла улына яҡшы өлгө күрһәтә. Үҙе водитель-тракторсы булғас, эргәһендә йөрөтөп, эшкә өйрәтә, улында ла техникаға һөйөү уята. Йөрөтөүҙе генә түгел, ремонтлау эшен дә йәштән өйрәнеп үҫә. Шуға һуңынан һөнәр алырға ваҡыт еткәс, күңеленә ятҡан һөнәргә эйә була.
Патриотизм, Тыуған ил адындағы бурысҡа яуаплы мөнәсәбәт тә был нәҫелдә быуындан-быуынға килә . Шуны ла күреп-белеп, ишетеп үҫә Көйөргәҙе яугире. Заманында ҡарт олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әсәһе яҡлап бер ағаһы Афғанстанда хәрби хеҙмәттә булған, атаһы ла үҙ мәлендә Белоруссияла һалдат бурысын үтәгән. Үҙе иһә ике йыл Чечен Республикаһында армияла була. “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәте өсөн” тигән билдә уның намыҫлы хеҙмәтен данлай.
Тыныс тормошта водитель булып эшләп йөрөгәнендә уны ил яуға саҡыра. Бында ла бөтә эшен ҡалдырып, тәүге көндәрҙән үк тыуған ере һағына баҫа. Улының махсус хәрби операцияға юлланған мәле Рәйлә апайҙың бөгөнгөләй күҙ алдында.
– Өлөшләтә мобилизация башланғас, улыма ла повестка килде. Ул ваҡытта йыраҡ рейстан ҡайтып килә ине. Хәбәрҙе ишетеү менән һис уйлап торманы, тәүге көндәрҙән үк юлланды. Тәүҙә бик ҡайғырҙыҡ. Аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡ ауыр булды. Хәҙер инде өсөнсө йыл махсус хәрби операцияла. Үҫеп буй еткергән, ил һаҡларлыҡ ул булһа ла, миңә, әсә кешегә, ул һаман да бала һымаҡ. Иҫән-имен йөрөүен, тиҙерәк яныбыҙға ҡайтыуын зарығып көтәбеҙ. Тәүге тапҡыр ялға ҡайтҡанында уҡ ҡыйыу ҡарашлы, баһадир ир булғаны күренде. Теләгем шул – һуғыш бөтөп, илебеҙгә именлек, донъяларға тыныслыҡ килһен. Улдарыбыҙ, барлыҡ ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Бөтә һалдаттарға ла тыныс тормош шарттарында үҙ һөнәрендә кәрәкле булып эшләргә яҙһын, – тигән изге теләктәр урғылды әсә күңеленән.
Әсә кешенең йөрәгендәге кисерештәрҙе аңлауы ауыр түгел. Унда улы өсөн ғорурланыу ҙа, уның ғүмере өсөн хафаланыу ҙа бар.
Ғорурланырлыҡ та шул улы. Махсус хәрби операцияла ла Жуков, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Тәүге йылда уҡ күрһәтелгән батырлығы өсөн тапшырылған Жуков миҙалының тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Беҙҙең яугирҙәр дошман тарафынан көслө һөжүмгә эләгә һәм һалдаттарыбыҙ ҡаты яралана. Көйөргәҙе егете юғалып ҡалмай, хеҙмәттәштәренә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеп, уларҙың ғүмерен ҡотҡара, техниканы тыныс урынға сығарыу хәстәрен күрә. Шуға ла егеткә юғары награда тапшырыла.
Ялға ҡайтҡанында тыуған еренән көс-ҡеүәт алып, йәнә яуға юллана ул.
– Ауыл иҫтән сыҡмай. Республикабыҙҙың ярҙамын да тоябыҙ. Кәрәкле әйберҙәрҙе ебәреп торалар. Рәхмәтлебеҙ. Һалдаттар туғандар һымаҡ бер-береһенә яҡын, үҙ-ара ярҙам итергә торалар. Яҡташлыҡ рухы ла көслө. Махсус хәрби операцияға беренсе көндән бергә юлланған райондашым менән бер-беребеҙгә терәк булып хеҙмәт итәбеҙ, – тине яугир.
Яуҙа йөрөгән Көйөргәҙе егетенең йәш егеттәргә әйтер теләктәре лә бар.
– Минең фекеремсә, һәр егет армияла булырға тейеш. Хәрби тормош сыныҡтыра, үҙаллылыҡ тәрбиәләй. Армияла алған һабаҡтар ҙа, дуҫтар ҙа онотолмай. Чечняла хеҙмәт иткән дуҫтар менән бөгөн дә бәйләнештәбеҙ, – тине ул.
Ҡалҡан һымаҡ ныҡлы, ошондай төплө яугирҙәребеҙгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫән-имен ҡайтып, ата-әсәйеңдең, яҡындарыңдың ныҡлы терәге булып йәшәргә яҙһын һиңә тыныс тормошта, Көйөргәҙе батыры.
Автор фотоһы.
Көйөргәҙе районы.