Бөтә ил буйынса битараф булмаған кешеләр маскировка селтәрҙәрен үрә. Был маскировка селтәрҙәре тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы. Һәм беҙ ҙә был изге эштән ситтә ҡалмайбыҙ. Ял көндәрендә эштәребеҙҙе дауам иттек.
Ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары бик тырыш. Барыһы ла сәләмәт булһындар.
Барыбыҙҙың да теләгебеҙ бер – яуҙа йөрөгән яугирҙарыбыҙ еңеү яулап, барыһы ла имен-һау һәм тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар
Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА
Яҡут ауылы