Илһөйәрлек
28 Декабрь 2024, 07:52

Танһыҡ сәләм

Афарин, Артур, атай-әсәйең иҫән булһа, һинең менән ғорурланыр ине.

Танһыҡ сәләмТанһыҡ сәләм
Танһыҡ сәләм

- Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек?
Ул шулай йыш ҡына беҙҙең хәлдәрҙе белешеп, байрамдар менән ҡотлап тора. Яу яланынан килгән һәр сәләм танһыҡ беҙҙең өсөн. Сәләм, ҡотлауҙарҙан бигерәк оҙатып ҡалған егеттәребеҙҙең иҫән-һау булыуына ҡыуанып, һәр алған сәләмгә, шөкөр, тибеҙ.
Хәл-әхүәлдәрҙе белешкәндән һуң, Артур ҡыуанысы менән уртаҡлашты, баҡтиһәң, ошо көндәрҙә яугиребеҙҙе Георгий Жуков миҙалы менән бүләкләгәндәр икән.
Жуков миҙалы менән Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса хәрби хеҙмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һәм Ватанды яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелә. Артурҙың да был миҙалды уйнап йөрөп алмауы билдәле.
Афарин, Артур, атай-әсәйең иҫән булһа, һинең менән ғорурланыр ине. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, миҙалың ҡотло булһын, үҙең иҫән-һау бул.

Автор:
Читайте нас