Бөтә яңылыҡтар
10
Илһөйәрлек
17 Ғинуар , 09:49

Уны яуҙа Булат тиҙәр...

Уның "тегендә" юлланыуына бер йыл да булып киткән икән. 

Уны яуҙа Булат тиҙәр...
Уны яуҙа Булат тиҙәр...
Кисә генә булған кеүек, беҙ уны, ул кәрәкле документтарын тултырып йөрөгәндә, район хакимиәтендә тап иткән инек. Ә әле ялға ҡайтҡанында осраштыҡ. 
- Киткәнеңә үкенмәйһеңме?
- Юҡ.
-  Беҙгә, бындағыларға, теге ерҙән тороп ҡарап, нимә тип әйтер инең?
- Тыныс тормоштоң ҡәҙерен ҡай саҡ белеп етмәйбеҙ, ахры. Юҡ-барға низағлашабыҙ, тартҡылашабыҙ. Фронтта шул турала уйҙар башҡа килә. 
- Һинең бит бында ҡатының, биш балаң бар. Хәләлең яуға китеүеңде нисек ҡабул иткәйне?
- Ныҡ ҡаршы ине тәүҙә. Аҙаҡ күнде... Беҙ тегендә бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ, командирҙарыбыҙ бөтәһе лә Башҡортостандан...
- Биш балаңдың үҫкәнен күреп, уларҙы өйләндереп, бәхетле олатай булып ултырырға яҙһын һиңә, Денис. 
Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: