Ысынында ла шулай: Булаттың яуға китеренән алда уҡ байтаҡ ваҡыт күрешкән булманы (ҡырҙа эшләне), киткәс инде, билдәле, күрешергә форсат булманы. Фронтҡа юлланғанын ишеткәс, башҡа килгән тәүге һорау шулай булды: Ниңә? Ғаилә - хәлле, аҡсаның бында ҡыҫылышы юҡ.
- Беҙгә бит бәләкәйҙән патриотлыҡ тәрбиәһе ныҡлы бирелгән. Быныһынан бигерәк, ике туған ағайым һәләк булып ҡайтты, бер туғаным күптән шунда йөрөй. Уйланым-уйланым да, китергә хәл иттем.
Әңгәмә барышында Ниңә тигән һорауҙар күп булды, яугир үҙе асыҡ, ихлас, беҙҙең аптыраған, аңламаған һорауҙарға яуабын бирҙе.
- Яуға китәм тип ҡайтып әйткәс, беренсе көндәрҙә әллә ни ҡайғы булманы, уны барыбер еңеп булмай, алдына алғанды ҡуймай. Кәрәк-яраҡ әҙерләнек, оҙаттыҡ. Һуңынан ғына, аңға барып еттеме икән, ауыр булды. Икешәр-өсәр көн бәйләнешкә сыҡмаһа, аҡылдан шашыр хәлгә етә яҙам, ниңә ныҡ бөтөрөнәһең, өйрәнергә ваҡыт тип әрләй мине үҙе, - һүҙгә ҡатыны Рәфилә лә ҡушыла.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.