Бөтә яңылыҡтар
10
Илһөйәрлек
10 Апрель , 11:19

Еңеү менән көтәбеҙ

Земфира Фатих ҡыҙы Сабироваға Махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан улы Айнур ялға ҡайтып килә тигән шатлыҡлы хәбәр килде.

Еңеү менән көтәбеҙ
Еңеү менән көтәбеҙ

Ҡыйыу егет илдә барған ваҡиғаларға тыныс ҡына ҡарай алмай һәм хәрби хеҙмәттә булғанында контрактҡа ҡул ҡуя. Беҙ алдан уҡ яугиребеҙҙән һалдаттарыбыҙға ниндәйерәк ярҙам күрһәтә алыуыбыҙҙы һорашҡайныҡ. Ул КамАЗдар өсөн маскировка селтәрҙәре кәрәклеге хаҡында әйтте. Яугиребеҙ ҡайтыуға ауылдаштарыбыҙ 2 маскировка селтәре үреп тә ҡуйҙы. Был изге эшкә битараф булмай ярҙам ҡулы һуҙған ауылыбыҙ халҡына ҙур рәхмәт.
Ата-әсәһе улын ҙур хөрмәт менән ҡаршы алды.

Гөлнара ӘЛИБАЕВА, Мәмбәтҡол ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: