Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
27 Июнь , 14:57

Юл булыр, егеттәр ҡайтһын!

Рәшит тағын юлда.

Юл булыр, егеттәр ҡайтһын!
Юл булыр, егеттәр ҡайтһын!

Молокан ауылы старостаһы Рәшит Вәлитов бая шылтыратҡас, трубканы алыр алдынан ул ниңә шылтырата тигән һорауға ике вариант яуап бар ине. Беренсеһе юл (Молокан юлын үҙегеҙ беләһегеҙ), икенсеһе - һалдаттар. Йәғни, ул тағын юлда, тағы ла егеттәр менән осрашҡан. Икенсеһе дөрөҫкә сыҡты. Рәшит әле яу яландарынан ҡайтып килә. Әллә нисә ергә һуғылған, әллә күпме яҡташ егеттәрҙе күргән, гуманитар йөктө шәхсән ҡулдарына тапшырған. Һалдаттарыбыҙ ҡайнар, һағышлы ла (быныһын бик белдерергә теләмәһәләр ҙә, һиҙелә) сәләмдәрен әйтеп ҡалған. Рәхмәт тә әйткәндәр: Азат Бакаевҡа, Әлмөхәмәтов Спартакка, Рәшиттең үҙенә, Марина Букрееваға, Минеханов Рәмилгә, Күмертау ветерандар Советына... 
Юлмы? Уныһы булыр бер заман (әллә нисә йыл көткәнде, аҙына түҙербеҙ), иң мөһиме егеттәребеҙ иҫән-һау ғына тиҙерәк ҡайтһын. 

Автор:
Читайте нас