Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
11 Июль , 08:02

Ватанға тоғро егетебеҙ – «Валей»

Тап ир-егеттәр иле, тыуған ере, ғаиләһе өсөн яуаплы.

Ватанға тоғро егетебеҙ – «Валей»
Ватанға тоғро егетебеҙ – «Валей»

Юҡҡа ғына уларҙы көслө зат тип йөрөтмәйҙәр бит. Ошо яуплылыҡты һәм бурысты тойоусы егеттәребеҙҙең береһе Күмертау батыры "Валей" позывнойлы Ринат. Ул оҙайлы хәрби хеҙмәт юлын үтеп, Ватанға тоғролоғон бер нисә тапҡыр раҫлай. Ринат ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһын тамамлағандан һуң Күмертау авиация техникумында уҡый. Техникумдан һуң әрме сафтарына алына. Тымыҡ океан флотының 55-се диңгеҙ пехотаһы дивизияһында хеҙмәт итә. Бер йылдан ул беренсе контрактҡа ҡул ҡуя һәм Төньяҡ Кавказға Каспий флотилияһының 77-се айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһына хеҙмәт итергә китә. Унда ул десант-штурм ротаһында АГС-17 «Пламя» гранатометсыһы була. Юғары белем алыу теләге менән янған егет контракты тамамланғас, 2010 йылда Ырымбур дәүләт университетында психология факультетында белемен камиллаштыра. Тик хәрби тормош һәр ваҡыт үҙенә тартып торғандай була Ринатты. Уйлаштырғандан һуң 2020 йылда контракт буйынса Ҡара диңгеҙ флотының 810-сы айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһында хеҙмәт итә башлай. Махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көндәренән алып уның подразделениеһы яуҙа ҡатнаша. Һуғыш яланы уйын урыны түгел икәнен һәр бер хәрбиҙәр яҡшы белә. Ҡасан дошман пуляһы килеп эләгерен берәү ҙә күҙаллап тора алмай шул. Пулеметчик булып хеҙмәт иткән "Валей" ҙа яуҙа ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә уға. Аяҡҡа баҫҡас та хәрби бурысын үтәүен дауам итә. Ҡырымдың яр буйы райондарын дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һәм БЭК-тан һаҡлау буйынса ла һаҡта тора ул. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташыбыҙ "Батырлыҡ өсөн", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн", "Диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткән өсөн", "Кавказда хеҙмәт иткән өсөн" наградалары менән бүләкләнгән. Бөгөнгө көндә Ринат Тимерғәлей улы сержант дәрәжәһендә илебеҙ һағында тора. Тормошон Ватанға тоғро хеҙмәткә бағышлаған һәм утты-һыуҙы кискән егетебеҙ ижади кеше лә. Ул хеҙмәттән тыш музыка менән дә шөғөлләнә, гитарала уйнай. Өйҙә яугирыбыҙҙы әсәһе, атаһы, өлкән ағаһы, апайы, яратҡан тормош иптәше һәм өс балаһы түҙемһеҙлек менән көтә. Намыҫлы егетебеҙгә артабан да гел именлек юлдаш булыуын, тормош һәм ғаилә күгенең мәңге салт аяҙ тороуын теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас