Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
7 Август , 07:49

Юҡҡа ғына Шатун түгел

Венер менән нисәнсегә хушлашабыҙ икән?

Юҡҡа ғына Шатун түгел
Юҡҡа ғына Шатун түгел

Иҫәбе-һанын әйтеүе ҡыйын. Һаман хәтерҙә, беренсе тапҡыр көҙҙөң ҡап-ҡараңғы бер кисе ине, ҡойоп ямғыр яуа, ул шунда яҙғайны: абзый, хушлашырға кил. Аңалағанһығыҙҙыр, мобилизация иғлан ителгән көҙ ине ул. Бынан һуң В. Ниғмәтуллин бер барҙы, бер ҡайтты, инде бүтәнсә йөрөмәҫ, алмаҫтар инде тигәндә, йәнә китте. Юҡҡа ғына ундай ҡушамат таҡмағандарҙыр – «Шатун», тик ултыра белмәй.
Курск өлкәһендәге алыштарҙа ҡатнашты, хатта яу яланында булған сағында ла кәйефе һүрелмәне, фото-видеоларын ебәреп ятты... Тағын ҡайтты. Был юлы яраланып. Уның янына дауаханаға барып та йөрөнөк (гәзиттә баҫылды барыһы ла). Ҡуй, мырҙа, булғандыр, таяҡҡа таянып, саҡ йөрөйһөң, башҡа барма, - күңелдә булғанын әйттек. Яуырынын ғына ҡайсылағайына ул мәл Венер. Бына әле ишетәбеҙ: ул тағын ҡырҙа. Ҡырымда. Әле дауа алып ята, унан ары яңы килгән һалдаттарҙы өйрәтергә инструктор тип алалар, ти. Доға һымаҡ, теге ҡара көҙҙә әйтелгән һүҙҙәрҙә тағын ҡатбалтайбыҙ:
- Иҫән ҡайт, мырҙа.

Автор:
Читайте нас