Илһөйәрлек
23 Сентябрь 2025, 11:36

Яҡташтарыма рәхмәт юллайым!

Яуҙа йөрөү уйын уйнау түгел, ҡыҙғанысҡа, бик күп юғалтыуҙар күрергә тура килә.

Яҡташтарыма рәхмәт юллайым!Яҡташтарыма рәхмәт юллайым!
Яҡташтарыма рәхмәт юллайым!

Ил һағында бергә торған иптәштәреңде юғалтыу, техника, йәшәр ерҙәр күҙ алдында ер менән тигеҙләнә.
Яҙ башында беҙҙең хәрби заданиялар башҡарып, яу яланында йөрөгән машинабыҙ ҙа, ҡыҙғанысҡа, замана технологиялар - дрон ҡарамағынан күҙ алдыбыҙҙа эшлектән сыҡты. Аллаға шөкөр, уның эсендә булған егеттәр, шул иҫәптән мин үҙем дә, машинанан сығып өлгөрҙөк. Дрон атакаларына алдан да эләккән булғайны, ул сағында машинабыҙҙы тергеҙеп ала алдыҡ, был юлы машинабыҙ бөтөнләй эшлектән сыҡты.
Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүебеҙ булды, яҡташтарыбыҙ шунда уҡ бәйләнешкә сығып, ярҙам итеү юлдарын эҙләй башланылар. Аллаға шөкөр, арабыҙҙа яу яланында йөрөүсө егеттәрҙең яҙмышына битараф булмағандар етәрлек, районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар юрист булып эшләгән Крылова Юлия Владимировна йортонда эшһеҙ ултырған УАЗ машинаһын ярҙам йөҙөнән беҙгә бирәм тип ҡыуандырҙы. Машина үҙе яңы ғына, хәрби заданияларҙы үтәү өсөн бик ҡулай күренде. Тик был машина күптән эшһеҙ ултырғас, ҡыҙмай, уға ремонт кәрәклеге көн кеүек асыҡ ине.
Алдан да аҡса йыйыу ойоштороп, селтәрҙәр үреү өсөн материалдар алған, шулай уҡ машинабыҙға тәгәрмәс, йылыта торған генератор алырға ярҙам иткән туғаным Гөлнур Хөсәйенова, шунда уҡ машинаны ремонтлау өсөн аҡса йыйыу ойошторҙо. Ауылым халҡы, ауылдан ситтә йәшәгәндәр, олоһо ла, кесеһе лә аҡса йыйыуға әүҙем ҡушылдылар, ҙур суммалап ярҙам итеүселәр ҙә булды, туғаным көн дә йыйылған аҡсаларға отчет яһап барҙы. Был аҡсаларҙы тулыһынса машинаны ремонтлауҙа ҡулланылған запас частәргә тотонолдо.
Әтейем Рөстәм Шәүәли улы үҙе эшләгән Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау ойошмаһының етәкселеге менән һөйләшеп, машинаны ремонт базаһына индерҙе һәм ремонт эштәрен тулыһынса үҙе контролдә тотто. Улар был эштә тәүгә ҡатншамай, шуға күрә Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау ойошмаһына ла ҙур рәхмәт.
Шулай итеп, күмәкләгән яу ҡайтарған, тигән әйтемгә ярашлы, ике ай самаһы ваҡытта машинаны тулыһынса ремонтлап, минең ялға ҡайтыуыма әҙерләп ҡуйҙылар. Ҡайтҡас гуманитар ярҙам алып барыусы фураға машинабыҙҙы, уға өҫтәп абзыйым Әхмәт Йыһаншин биргән ҙур һыу һауытын тейәп, яу яланына оҙаттым. Минең ялдан барып етеүемә машинабыҙ имен-һау барып та еткән ине.
"Юшатыр" гәзите аша барлыҡ яҡташтарыма, Ялсыҡай ауылы халҡына сәләм юллайым һәм ошо оло эштә ярҙам һуҙған, аҡсалата ярҙам иткән һәр кемгә, шулай уҡ гуманитар ярҙам күрһәтеүсе Крылова Юлия Владимировнаға, Крылов Евгений Владимировичҡа, Чернышова Ульяна Сергеевнаға, Әлмөхәмәтов Рим Данир улына, Шәйәхмәтов Артур Раян улына үҙемдең һәм яуҙа йөрөгән хеҙмәттәштәремдең исеменән ихлас күңелдән рәхмәттәремде еткерәм. Беҙгә күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Илдар ВАХИТОВ, Махсус хәрби операция ветераны.

Автор:
Читайте нас