Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
13 Октябрь , 15:11

Ҡайтҡас, башҡортса йырларбыҙ

Игорь теүәл бер йыл элек яуға киткәйне.

Ҡайтҡас, башҡортса йырларбыҙ
Ҡайтҡас, башҡортса йырларбыҙ

Яңы Таймаҫ ауылы егете, ә кем был ауылда йәшәгән, һис юғы булған, белә: бында төрлө милләт кешеләре йәшәй (совхоз тип ойошторолған үҙәк). Миңә күпмелер ваҡыт ошо ауылда башҡорт телен уҡытырға тура килде. Рус, сыуаш балаларына ла. Башҡорт балаһы үҙ теленән ҡасҡан заманда "сит" кешегә сит тел уҡытыуы... Кем белем биргән - шул ғына аңлар. Ауыл балалары барыбер бик тәртипле була. Игорь ҙа, уның тиңдәштәре лә шулай ине - итәғәтлеләр, олоно оло, кесене - кесе тип белделәр. Бәләкәс кенә инеләр ул ваҡытта, әллә күпме ваҡыт үткәс кенә осраттым уны ҡалала (янында Лена ауылы егеттәре лә бар ине - Колбиневтар - улар ҙа бик тәрбиәле, шәп егеттәр, әйткәндәй, әле икеһе лә һуғышталар, имен-аман ҡайтырға яҙһын һеҙгә, малайҙар). 
Игорҙы бәләкәс тип әйт - баштан үрә ҡарап тора. Бик матур егет булып үҫеп еткән, ғаилә ҡорған, сабыйҙары бар (бер мәл магазинда осрағанда кескәй генә ҡыҙына: был минең уҡытыусы, тип таныштырҙы, шулай тип, даһиҙар рәтенә индерҙе).
2024 йылдың ҡара көҙөндә ҡара таңда район хакимиәте янында тора был. Янында ҡатыны, балалары, атаһы, һылыуы Настя... Ниңә торғаны аңлашылды, бер нисә егет менән яуға юлланған. Ҡосаҡлап оҙатып ҡалған инек. Күҙгә йәштәр килгәйне, баштан аша ҡарап торһа ла ул һаман минең өсөн Таймаҫ мәктәбе коридоры буйлап йүгереп китеп барған Игорек та. 
Әле бәйләнешкә сыҡты, видео ебәргән, Иркутск егеттәре башҡортса йырлап маташа. Игорь "ансамбль" менән идара итә.
- Башкирский не знают. Пришлось научить вашей школой, - тигән Яңы Таймаҫтан сыҡҡан "башҡорт теле белгесе". 
Һине оҙатҡан таң ҡараңғы, һыуыҡ, күңелдәге уйҙарға бәрәбәр ине, осрашыу мәле мотлаҡ яҡты, йылы булыр. Иҫәнлектә-һаулыҡта, ата-әсәң, балаларың, ҡатының янына ҡайтырға яҙһын һиңә. Ҡайтҡас, бер ултырып, башҡортсалап, йыр һуҙырбыҙ.

Автор:
Читайте нас: