Яу яланына юлланыуыма ике ай ҙа булып китте. Бында мин үҙебеҙҙең яҡташ егеттәрҙе табып алдым, бөгөнгө көндә лә улар менән бергә тыуған ил һағында торабыҙ. Егеттәр менән һөйләшеп, аралашпы торабыҙ, улар тыуған яҡтан килгән гуманитар ярҙамдар тураһынды ла әйтеп үттеләр.
Ошо көндәрҙә тыуған яҡтарҙан сираттағы ҡайнар сәләмдәр һәм гуманитар ярҙам килеп етте. Ауылдаштарым күмәкләп маскировка селтәрҙәрен үреп, һалдаттарға оҙатып тороуҙарын ауылға ялға ҡайтҡанда күреп, белеп йөрөнөм. Әле бына ауылдаштарым күңел йылыһын, күҙ нурҙарын һалып үргән маскировка селтәрҙәрен үҙ ҡулымда тотоп ҡыуанып торған мәл. Селтәргә өҫтәп бер ҙур коробка кәрәк-яраҡтар ҙа һалып ебәргәндәр. Юшатыр гәзите аша ошо ярҙам туплауҙа ҡатнашҡандарға, шулай уҡ селтәр үреүсе ауылдаштарыма, изге эште ойоштороп йөрөүсе ауылыбыҙ старостаһы Рәфис абзый Хөсәйеновҡа рәхмәтле сәләмдәремде юллайым. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, беҙгә күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.