Көйөргәҙе ауылы егете һуғышҡа китте. Хәҙерге ваҡытта был хәлгә ғәжәп итәһе түгел, күптәр китә, әммә «Космос» ҡушаматлы был яҡташыбыҙ яңы ғына армиянан ҡайтҡан һәм шунда уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән конртакт төҙөгән. Быныһы ла ҡәҙимге хәл тиер инең, тағы бер яғы бар: Көйөргәҙе ауылы егетенең бер туған абзыһы ошо ҡәһәрле һуғышта һәләк булды. Беҙ уның менән, бөтөн донъя менән илап, 2023 йылда ғына хушлашҡайныҡ. Бигерәк йәш егет, бала ғына ине Пулат. Һәм бына, мырҙаһы ла яуға юлланған... Беҙ һинең имен-аман ҡайтыуыңа ныҡ ышанабыҙ, «Космос», беҙҙән бигерәк әсәйең ышана, доғаларын көн дә әллә нисә тапҡыр һинең иҫәнлегең өсөн уҡый.
Гөлмирә Биксурина, һалдаттың әсәһе:
- Минең үҫеп еткән улым. Йөрәгем илай, һыҙлай. Һин ҡайҙа ғына булһаң, ҡайҙа йөрөһәң дә мин гел һинең яныңда булырмын.Аллаһ һәм фәрештәләр һине һаҡлап йөрөтһөн, мин һинең өсөн көн дә, ялбарып һорармын – иҫән-һау ҡайт, балам.