Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
23 Февраль , 12:52

Иҫән һау ҡайт, Айгиз!

Яҡшымбәт ауылының ҡыйыу ҡарашлы, батыр егете әрме сафтарында хеҙмәт итмәһә лә, 19 йәше тулыу менән, махсус хәрби операцияға юлланып, ил һағына торорға ҡарар ҡабул итә.

Иҫән һау ҡайт, Айгиз!
Иҫән һау ҡайт, Айгиз!

Яуға киткәнсе Айгиз әсәһе Гөлнара менән Молокан ауылында, фермерҙарҙа эшләп йөрөй. Уның турала шул тиклем тырыш, ярҙамсыл егет, тип телгә алалар барыһы ла. Ниндәй генә ярҙам һораһаң да, гел йүгереп йөрөп ярҙам итте, тиҙәр.
Яуға барырға теләк белдергәс тә, яҡындары уны төрлөсә туҡтатып ҡарарға маташа, тик ҡыйыу егет, яуға барыу теләгенән баш тартмай.
Бына Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан Айгиз беҙгә лә яу яланынан сәләмдәр юллаған.
Көҙ көнө ил һағына торған егеттең, аҙ ғына ваҡыт эсендә йөҙҙәре етдиләнеп, ҡараштары үҙгәреп, ысын яугиргә әйләнгәнен күреп уның менән ғорурландыҡ. Йәш кенә булһа ла шул тиклем ҡыйыу, илһөйәр булыуына һоҡланмаҫлыҡ түгел уның. Әсәһе лә Айгиз менән бик ғорурлана, хафаланып, улын яуҙан көтә ул. Беҙ, әсәһе менән бергә уның тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ.

Автор:
Читайте нас