Илһөйәрлек
3 Апрель , 10:27

Ағайым менән ғорурланабыҙ

Кинйә-Абыҙ ауылында тыуып, Кинйәбайҙа йәшәгән Рузит Әхмәтов күптәр өсөн өлгө булырлыҡ уҙаман.

Ағайым менән ғорурланабыҙАғайым менән ғорурланабыҙ
Ағайым менән ғорурланабыҙ

- Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа Рузит Ватан һағына баҫыуҙы үҙенең бурысы тип һананы һәм 2024 йылдың октябрендә үҙ теләге менән килешеүгә ҡул ҡуйып, махсус хәрби операцияға юлланды, - ти яугирҙең бер туған һылыуы Гөлфирә Ғәббәсова.
Рузит Фаил улы Украиналағы хәрби операция ваҡытында, дрон һәм артиллерия һөжүменә эләгеп, ҡаты йәрәхәтләнә. Шул сәбәпле, уның
күҙҙәре һәм ҡолаҡтары зыян күрә. Тәненә күп һанлы снаряд ярсыҡтары ҡаҙалған Рузитте хәрби госпиталгә оҙаталар. Әле лә уның күкрәк аҫтында ярсыҡ йөрөй.
Госпиталдә дауаланып, аяҡҡа баҫҡас, уны Башҡортостанға, хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәт тупларға һәм документтарын йыйырға, командировкаға ҡайтаралар. 2025 йылдың октябрендә Рузит Әхмәтовты кире алғы һыҙыҡҡа саҡыртып алалар.
Әлеге ваҡытта Рузит Фаил улы ҡатыны һәм өс улы эргәһенә отпускаға ҡайтҡан. Кесе сержанты Рузит Әхмәтов, күрһәткән хәрби хеҙмәттәре өсөн, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Рузит Фаил улының туғандарына ул хеҙмәт иткән хәрби часть командирҙарынан Маҡтау хаты ла килгән. Унда: “Ҡыйыу яугир Рузит Әхмәтов менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Шундай батыр ул тәрбиләгән атайығыҙ менән әсәйегеҙ алдында баш эйеп, сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе юллайыбыҙ”, – тип, әйтелә.
– Ағайым менән, ысынлап та, сикһеҙ ғорурланабыҙ...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә бирелде.

Автор:
Читайте нас