Илһөйәрлек
21 Июня , 05:05

Яҡындарың янында гел бул

Һабантуй – бөтәһенән бигерәк, аралашыу, әллә ҡасандар бирле күрешмәгән таныштарың менән осрашыу урыны ла. Донъялар шулайыраҡ китте: һәр кем, күбеһенсә, үҙ мәшәҡәте менән йәшәй, бер-береңде хатта бер ҡалала йәшәп тә йыш күреп булмай. Ә Һабантуйға күптәр килә (йылына бер генә булған халҡыбыҙҙың матур байрамы), таныш-белеш менән күрешеү – Һабантуйҙың бер йәме лә булып тора.

Яҡындарың янында гел булЯҡындарың янында гел бул
Яҡындарың янында гел бул

... Уны ҡапыл ғына танып булманы. Һалдат кейемендә, ундай егеттәр күбәйҙе хәҙер, етмәһә, битендә – күҙлек. Үҙе сатанлай. Туп-тура беҙгә төбәп килеп, янға еткәс кенә таныныҡ. Денис. Арыҫланов. Ҡотлоюл егете. Яуҙа «Булат» ҡушаматы йөрөткән яҡташ һалдатыбыҙ. Уның тураһында күпме яҙҙыҡ, редакцияға ла килгәне булды. Ул һуғышҡа 2024 йылда юлланғайны. Һин нисек тә мин нисек тип хәл-әхүәл белешкәс, баянан бирле йәнде тырнаған һорауҙы бирҙек:

- Аяҡҡа ни булды, сатанлайһың?

- Яраландым. Бәхет бар икән, иҫән ҡалдым.

Был темаға күп һүҙ сурытып булмай, былай ҙа барыһы ла аңлашыла кеүек. Денис – күп балалы ата, әле ҡатыны, сабыйҙары, туғандары янында, иҫән-һау – ошоноһо мөһим.

Миҙалдарын сылтырлатып китеп барҙы Денис – уны Һабантуйға килгән түрәләр көтә, үҙенә айырым урын да билдәләп ҡуйғандар.Ҡәҙере, баһаһы ҙур егеттең. Беҙ Д. Арыҫлановҡа хәйерле юлдар теләп ҡалдыҡ, яралары тиҙерәк бөтәшһен, тиҙерәк бола-һуғыштар бөтһөн һәм ул гел генә үҙенә донъялағы иң яҡын кешеләре янында булһын.

Автор:
Читайте нас