Все новости
Иман
30 Мая 2022, 09:59

Илһам нуры бирҙе "Рамаҙан"

Ермолаево ауылының 2 - се һанлы мәктәбенең Ислам дине нигеҙҙәре дәрестәрен өйрәнеүсе 4 - се, 5 - се класс уҡыусылары, уҡытыусылары Баянова Лилиә Нуриман ҡыҙы һәм Солтанғолова Руша Рафиҡ ҡыҙы етәкселегендә районыбыҙ үҙәгендә урынлашҡан " Рамаҙан "мәсетенә сәйәхәт ҡылдылар.

Илһам нуры бирҙе "Рамаҙан"
Илһам нуры бирҙе "Рамаҙан"

Беҙҙе ишектән үк Ильяс хәҙрәт Шабаев ихлас ҡаршыланы. Мәсеттең бүлмәләрен балалар бик ҡыҙыҡһынып та, һоҡланып та ҡарағандан һуң , Ильяс хәҙрәт уҡыусылар өсөн дин дәресе үткәрҙе, дәрес - уйын барышында дини белемдәрен дә тикшерҙе. Уҡыусылар үҙҙәренең дини белемдәрен ихласлыҡ һәм ҙур теләк менән күрһәтте,хатта ҡайһы берҙәре үҙҙәре ятлаған доғаларҙы ла һөйләп ишеттерҙе.
Шул арала моңло аҙан тауышы ла яңғыраны...

Руша СОЛТАНҒОЛОВА, Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: