Все новости
Иман
6 Апреля 2023, 09:07

Сауаптары насип булһын!

Изге Рамаҙан айы әкрен генә дауам итә.

Сауаптары насип булһын!
Сауаптары насип булһын!

Мосолман дине ҡәрҙәштәребеҙ сабырлығы, берҙәмлеге, татыулығы, киң күңелле булыуы менән һоҡландыра. Ошо изге айҙа мәсеттәрҙә йыйылышып, ифтарҙар үткәреп, вәғәз тыңлап, намаҙ уҡып, күңел тыныслығы алып ҡайтабыҙ.

Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылы "Зөлхиә" мәсетендә кисә апалы-һеңлеле Ниғмәтуллина Сажиҙә Закир ҡыҙы һәм Ғайсина Зөлфирә Закир ҡыҙы ифтар үткәрҙеләр. Сауаптары насип булһын!
Яҡындарығыҙға, үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, именлек, бәрәкәтле ғүмер насип итһен ! Балаларығыҙ иҫән-һау булһын, һәр ҡайһыһын бәлә-ҡазаларҙан Аллаһ һаҡлаһын, тәүфиҡлы, һәр береһе аҡыллы, сәләмәт булһын! Амин!

Автор:
Читайте нас: