Все новости
Иман
8 Апреля 2023, 10:44

Өлгө булып торалар

Рамаҙан айы ла бик матур һәм эстәлекле үтә.

Өлгө булып торалар
Өлгө булып торалар

Хәҙрәтебеҙ яңыраҡ үткәргән ифтарҙа уға ярҙамға Миниәхмәт ағай Әмиров һәм Рифғәт ағай Арыҫланов килде, уларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ифтар үткәрергә теләүселәр араһында ололар менән берлектә йәш быуындың да ҡатнашыуы бик күркәм күренеш. Был яҡтан, мәсетебеҙгә әүҙем йөрөгөн Тамара апайыбыҙ Шәрипованың ғаиләһен өлгө итеп ҡуйырға була. Ул ҡыҙы Зөлфирә, кейәүе Камил Хөсәйеновтар, ҡыҙы Зилә менән кейәүе Фоат Хәлитовтар һәм уларҙың балалары менән берлектә ифтар табыны ҡорҙо. Уларҙың ошо изге ниәтен Аллаһы Тәғәлә ҡабул итеп алһын ине, тотҡан ураҙалары, уҡыған доғалары ҡабул булһын ине, Амин.
Уларҙан ҡалышмай, мәсетебеҙгә йөрөүсе иң йәш егеттәребеҙҙең береһе Марсель Әбдрәшитов, тормош иптәше Юлиә, ата-әсәһе Раил ағай һәм Нурзиә апай Әбдрәшитовтар, шулай уҡ Венера апай һәм Азат ағай Аҙнабаевтар менән берлектәр мәсетебеҙҙә ифтар үткәрҙеләр.

Нәйлә АЙСЫУАҠОВА, Ермолаево ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: