Все новости
Иман
14 Апреля 2023, 09:03

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан һәм күпме түләргә?

Республика мосолмандарының Диниә назараты хәбәр итеүенсә, 2023 йылда фытыр саҙаҡаһы түләү өсөн нисәб 41 000 һум (көмөш буйынса) тәшкил итә.

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан һәм күпме түләргә?
Фытыр саҙаҡаһын ҡасан һәм күпме түләргә?

Түләүсенең финанс хәленә ҡарап, зәҡәттең минималь күләме ғаиләнең һәр ағзаһынан 150 һум була.

Фытыр саҙаҡаһын Рамаҙандың тәүге көнөнән алып ғәйет намаҙына тиклем таратырға мөмкин. Байрам намаҙына тиклем түләнгән фытыр зәҡәт була, ә унан һуңғыһы хәйер тип кенә иҫәпләнә.

Һаулығы буйынса ураҙа тота алмағандар фидиә саҙаҡаһы бирергә тейеш. Уның күләме Рамаҙан айының һәр көнө өсөн 250 һум күләмендә билдәләнә.

Автор:
Читайте нас: