Все новости
Иман
15 Апреля 2023, 19:04

Ҡыҙҙар өмә яһаған

Яманһарылар был көндәрҙе нисек үткәрә?

Ҡыҙҙар өмә яһаған
Ҡыҙҙар өмә яһаған
Ситтә йөрөгәндәр байтаҡ, улар шулай белешә. Изге айҙарҙа ниндәй эштәр ҡыла ауылдаштар? Яманһарыла барыһы ла үҙ көйөнә бара, һәр кем, тырышып, донъя көтә. Дини йәһәттән нисек? Беҙ яҙмаһаҡ та, хәлдәрен ауыл мәсете белгертеп тора: бына өмәгә сыҡҡандар, шундай-шундай дини йоланы атҡарғандар, мәсеткә яңы мәзин алғандар...
Бөгөн дә Яманһары мәсетендә оло ваҡиға - ҡыҙҙар өмә яһаған. Үҙҙәре генә түгел, яндарында, ауыр күтәрергә, егеттәр ҙә булған. Күҙ терәп торған берҙән-бер изге йорт бит ул, барса халыҡ йышыраҡ ошонда йыйыла, ә тиҙҙән оло байрам. Ялтлап торһон әле мәсеттәре! 
Автор:
Читайте нас: