Все новости
Иман
21 Апреля 2023, 08:49

Хис

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.

Хис
Хис
Был әйтемгә ышанырға кәрәк: кемдер кемгәлер яҡшылыҡ эшләне иһә, ярҙам алған кешенең рәхмәтенән күңелгә нур тулғанын, моғайын, һиҙгәндер. 
Күмертау ҡалаһы мәсете диндарҙары был хисте ошо көндәрҙә тәрән кисерҙе - улар мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы таратты. Оло кешеләр алды, кисә ҡала Ғаилә үҙәгендә Илшат хәҙрәт күп балалы ғаиләләргә таратты. Унан алда Маяҡ балалар йортона ла бүләктәр алып барҙылар, сабыйҙарҙың нисек шатланғанын күрһәгеҙ! Был саҡта тойған хистәрҙе аңлатып бирерлек түгел. 
Барлыҡ ҡылған игелектәребеҙ барса милләтебеҙҙе бәләләрҙән ҡотҡарһын ине. 
Автор:
Читайте нас: