Все новости
Иман
20 Мая 2023, 09:46

Афарин, инәйҙәр!

Хәҙер, инде олоғайған көндә, кемдер берәйһе уҡырға ин тиһә, нимә тип яуап бирәһең?

Афарин, инәйҙәр!
Афарин, инәйҙәр!
Күбеһенең тәне земберләп китер, юҡ-юҡ, уҡығанын уҡыныҡ, беҙгә етер, ана, йәштәр уҡыһын. Былай тигәндә оҙон лекцияларҙы, зачет, экзамен тип, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрҙе, ботинканың табанына һалынғын биш тәңкәне, биш тажлы сирен сәскәһен ашаған мәлдәрен иҫкә төшөрә. 
...Күмертауҙың Дини Үҙәгендә улар өс йыл уҡыны. Оло инәйҙәребеҙ. Береһе лә миңә булған тип торманы, ғилем, фән тауына тырышып менде. Бына улар дипломлы ла булды - "Ислам нигеҙҙәре һәм ғәрәп теле" курсын бөттөләр. Быныһына йәнә лә, ошо 8 инәйҙең ҡайһылары буран, ямғыр, юлдар алама тип тормай, ауылдарҙан килеп уҡырға йөрөүҙәрен дә өҫтәһәң, улар менән һоҡланыуың бермә-бер арта. Афарин, инәйҙәр, алған белмегеҙҙе, тимәк, иманды халыҡ араһында оҙаҡ йылдар таратырға яҙһын. 
Автор:
Читайте нас: