Все новости
Иман
14 Июня 2023, 10:18

Хуш бул, Һабантуй... Һаумы, Һабантуй!

Көйөргәҙе районында тағы ла бер Һабантуй була. 

Хуш бул, Һабантуй... Һаумы, Һабантуй!
Хуш бул, Һабантуй... Һаумы, Һабантуй!
1 июлдә, сәғәт 10-да башланасаҡ был байрам. Ҡорбан-Фест тип аталған мосолмандар һабантуйын (ул былтыр булғайны), моғайын, онотмағанһығыҙҙыр, ул быйыл да була. Элекке урында - Бахмут яланында. Төрлө уйындар буласаҡ, хәләл ризыҡ... Иғтибар: барса халыҡ итәғәтле итеп кейенеп килергә тейеш. Юғиһә, былтыр бер ҡыҙ шортик кейеп килгәйне, үткәне лә, һүткәне лә унан күҙен ала алманы. Ахырҙа, ҡараштарға түҙмәй, ҡыҙыҡай, такси яллап, кире ҡайтып, әҙәмсә кейенеп килергә мәжбүр булды... 
Барығыҙҙы ла июлдең тәүге көнөндә әле бойоғоп ултырған яланға (быйыл минең хәжәт бөттө) саҡырабыҙ. Ялан да күңелләнер, беҙҙең күңелдәр ҙә сафланыр. 
Автор:
Читайте нас: