Иман
15 Июнь 2023, 10:16

Айсыуаҡтың зыяраты ташландыҡ хәлдә

Әруахтарыбыҙҙың рухын шатландырайыҡ.

Айсыуаҡтың зыяраты ташландыҡ хәлдәАйсыуаҡтың зыяраты ташландыҡ хәлдә
Айсыуаҡтың зыяраты ташландыҡ хәлдә

Һуңғы йылдарҙа зыяраттарҙы төҙөкләндереү матур йолаға әйләнде. Әммә киләсәкһеҙ ауылдар исемлегенә индерелеп бөтөрөлгәндәренең ҡәберлектәренә иғтибар етмәй. Шуларҙың береһе – 70-се йылдарҙа ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан Айсыуаҡ ауылы зыяраты.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауыл булараҡ, ул 1795 йылда тарихҡа ингән. Ауылға беренселәрҙән булып Ҡунаҡбайҙан күсеп нигеҙ һалыусы Айсыуаҡ Үҙәнбаевтың исеме бирелгән (әйткәндәй, Ҡунаҡбайҙың Айтуған урамында йәшәүселәр ҡасандыр Айсыуаҡ ауылынан күсенеп ултырған). 1866 йылда бында 115 кеше йәшәһә, 1959 йылда ни бары 15 кеше генә ҡала. Бөгөн Айсыуаҡтың зыяраты ташландыҡ хәлдә. Был мосолмандарға хас күренеш түгел, халҡыбыҙ ҡәберлектәрҙе гел тәртиптә тоторға тырышҡан.
Хөрмәтле яҡташтар! Кемдәрҙең ата-бабалары ошо зыяратта ерләнгән һәм кемдең мөмкинлеге теләге бар - бөтәгеҙҙе лә 17 июндә 9:30 сәғәттә өмәгә саҡырабыҙ. Изге, сауаплы эште берҙәм башҡарып сығыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙе индереп, әруахтарҙың рухын шатландырайыҡ. Зыяратты кәртәләү өсөн барлыҡ төҙөлөш материалдары һатып алынған. Өмәлә ҡатнашыусыларға сәй табыны әҙерләнәсәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 89063777709. Ойоштороу комитеты.

Фотола: 2021 йылда Ҡунаҡбай ауылында үткән өмәнән күренеш. 

Автор:
Читайте нас