

Уларҙың береһе – Ураҙа байрамы һәм икенсеһе – Ҡорбан байрамы.Ураҙа байрамы үтеп, 70 көндән һуң Ҡорбан байрамы була. Быйылғы йылда ул 28, 29 һәм 30 июндә байрам ителәсәк. Был байрамда Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгөнә, исламдың хаҡ дин булыуына тағы бер тапҡыр ышанып, мохтаждарға, йәтимдәргә, төрлө бәлә-ҡазаларға осраған ҡәрҙәштәребеҙгә, хәлдән килгәнсә, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, туғандарыбыҙ, күршеләребеҙҙең хәлдәрен белешәйек!
Фәҡир булмаған мосолманға һәр йылда ҡорбан сала торған көндәрҙең береһендә үҙе өсөн ҡорбан салыу – вәжиб. Ғаиләһе өсөн тағы ла бер ҡорбан салһа, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кеүек ҡылған булыр.
Ҡорбан салына торған көндәр ғәйет намаҙынан һуң 3 көн дауам итә, тик 3-сө көндә ҡояш байығандан һуң ҡорбан салырға ярамай.
Әгәр ошо ваҡыт эсендә кеше ҡорбан сала алмаһа, ҡорбанлыҡтың хаҡын саҙаҡа ҡылырға тейеш. Мосафир (юлсы) кешегә дәүләте булһа ла, ҡорбан салыу тейеш булмаҫ. Ҡорбанлыҡтың итен, йә тиреһен һатыу дөрөҫ түгел. Бай кешеләр ҡорбанлыҡтың тиреһен һәм итенең өстән бер өлөшөн саҙаҡа ҡылырға тейештәр. Был ҙур сауаплы ғәмәл. Мохтаж кеше саҙаҡа ҡылмайынса, үҙ файҙаһына ғына тотонһа ла дөрөҫ була. Тиреһенән күн эшләтһә, йә иһә Ҡөрьән кеүек файҙалы әйберҙәргә алмаштырһа, дөрөҫ булыр. Ләкин һатып, аҡсаһын башҡа урынға тотоу дөрөҫ булмай.
Ҡуй, кәзә, һарыҡ, дөйә, һыйыр – ҡорбанға лайыҡ хайуандар, әммә ат һәм ҡаҙ, өйрәк, күркә кеүек ҡоштарҙы ҡорбанға салырға ярамай. Һуҡыр, сатан, ҡолаҡһыҙ, тешһеҙ, мөгөҙө, йәки ҡойроғо төбөнән үк өҙөлгән һәм ябыҡ хайуандарҙы ҡорбанға салыу дөрөҫ түгел.
Һарыҡ, кәзә, ҡуйға бер йәш, һыйырға ике йәш, дөйәгә биш йәш тулған булырға тейеш. Әгәр ҡуй менән һарыҡ бик ҙур һәм һимеҙ булһа, ҡорбанға салырға мөмкин.
Һарыҡ, кәзә, ҡуй бер кеше өсөн генә ҡорбанға салына, ә һыйыр, дөйә етешәр кеше өсөн ҡорбан ҡылынһа ла дөрөҫ булыр. Ә инде бер һыйыр, йәки бер дөйә бер кеше өсөн генә ҡорбан ҡылынһа, сауабы күберәк .
Ҡорбанлыҡтың итен өскә бүлеп, бер өлөшөн - фәҡирҙәргә, мохтаждарға, икенсе өлөшөн –ҡунаҡтар һыйына, өсөнсө өлөшөн үҙеңә ҡулланыла.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһы Дини-мәҙәни Үҙәктең етәксеһе, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөслимәләренең рәйесе