Бөгөнгө Ҙур Ҡорбан байрамы теге саҡ үткән ауыл хужалығы Һабантуйынан бер ҙә ҡалышманы, халыҡ күп.
Килеп, улай-былай итеп, күңелдәрҙе байрамға көйләгәс тә, эште иң тәмле өлөшөнән башларға булдылар - ҡотлауҙар өлөшөнән.
Район хакимиәте, мөхтәсибәт исеменән бер нисә кешегә рәхмәт хаттары тапшырылды.