

- Күмертау ҡалаһы мәсетендә үткән курстарға беренсе тапҡыр йөрөнөм. Был курсты ойоштороусылар беҙгә дин тураһында дәрестәр алып барҙы. Дәрес һайын файҙалы доғалар һәм Ҡөрьән аяттарын ятланыҡ, ғәрәп хәрефтәрен өйрәндек. Уҡыуҙан бушаған арала, төрлө уйындар уйнаныҡ, викториналарҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙе музейға, бассейнға алып барҙылар. Әкрен генә яуған ямғыр аҫтында йөрөнөк. Үҙемә яңы дуҫтар таптым. Ошо курстарҙы ойоштороусы имам-мөхтәсибебеҙ Айнур Ҡәҙимовҡа, остазыбыҙ Минзәлә Миһрановаға һәм тәрбиәсебеҙ Айһылыу Ғабдуллинаға рәхмәтем сикһеҙ.