

Әлхәмдүлилләһ, тағын бер көнөбөҙ үтеп китте, бөгөнгө көнөбөҙ "Ата-әсәйҙәргә хөрмәт" тип аталды, хәҙистәр ярҙамында ата-әсәйҙәрҙе хөрмәтләргә, уларҙы тыңларға, насар эштәр эшләп, уларҙы ҡайғыртмаҫҡа һөйләштек. Аллаһты, һөйөклө пәйғәмбәребеҙҙе маҡтап салауаттар, мөнәжәттәр тыңлағандан һуң, баҡсабыҙҙы йәмләп үҫкән сәскәләрҙе тәрбиәләргә лә өлгөрҙөк. Саф һауаға сығып, үҙебеҙҙең баласаҡты иҫкә төшөрөп, төрлө уйындар уйнаныҡ. Өйҙә доғалар ятлап килгән ҡыҙҙар мөслимә апаларын ҡыуандырҙылар, бөгөн аш доғаһын дөрөҫ итеп һөйләп бүләкте Самира алды, афарин, ҡыҙҙар, афарин, мөслимә апайҙар, ҡырҡ эшегеҙҙе ҡырҡ яҡҡа ташлап, мәсетебеҙгә килеп, ихлас күңелдән йөрөгәнегеҙгә, ә иң ҡыуандырғаны, балаларҙың :"Апай, нишләп улай әҙ генә йөрөйбөҙ ул, беҙҙең тағын килгебеҙ килә" тигән һүҙҙәре булды.
Иншаллаһ, лагергә килергә теләгән ҡыҙҙар, егеттәр куберәк булыр, әйҙәгеҙ, һеҙҙе көтәбеҙ, яҙылығыҙ!