

Бәләкәй шәкерттәр 10 көн буйына Бер Аллаһ Тәғәләгә табыныуҙы, әхлаҡты, мосолман этикаһын өйрәнгәндәр, сүрәләр һәм хәҙистәр уҡығандар.
Уҡыу ваҡытында уйнарға ла ваҡыт тапҡандар. Сөнки курс программаһының көн тәртибе ҡыҙыҡлы, еренә еткереп төҙөлгән.
Кескәй туғандарыбыҙ имтихандарҙы уңышлы тапшырып бүләктәр алған, ә иң-иңдәре аҡсалата бүләктәргә лайыҡ булған!
10 көн барған курстарҙан балалар иман нуры, рух күтәренкелеге алып таралғандар. Аллаһы Тәғәлә уларҙы тура юлдан алып барһын, Ҡөрьән һәм Сөннәт әһелдәре итһен, тәүхидле тормошта йәшәргә насип булһын.
Алина ДӘМИНОВА