Иман
7 Августа 2023, 03:00

Илай - илай һаубуллаштыҡ

Һеҙ ҙә барығыҙ, үкенмәҫһегеҙ. 

Илай - илай һаубуллаштыҡИлай - илай һаубуллаштыҡ
Илай - илай һаубуллаштыҡ

Әссәләмәғәләйкүм уа рахматуллаһи уа баракату. Аллаһы Тәғәләғә рәхмәттәребеҙ булһын, Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең рухына салауаттарыбыҙ ирешһен. Аллаһты белеү-Аллаһының кешеләргә йөкмәткән иң тәүге талабы. Кешеләр үҙ Раббыһын ни ҡәҙәр яҡшыраҡ белһә, уларҙың ғибәҙәттәре лә шул дәрәжәлә буласаҡ. Беҙҙең Аллаһы менән мөнәсәбәттәребеҙ ҡурҡыу өҫтөндә генә түгел, ә иң тәү сиратта, мөхәббәт өҫтөндә төҙөлөргә тейеш. Аллаһы ҡуйған сиктәрҙе боҙоуҙан беҙ ҡурҡабыҙ, ул сиктәрҙе белер өсөн ғилем алырға кәрәк, Ин Ша Аллаһ.

Етебүләк ауылы масетенда ҡатын - ҡыҙҙар өсөн лагерь ойошторола, беренсе лагерҙа беҙ булып ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр. Бик оҡшаны.

19 августа тағы 5 көнгә ҡунаҡҡа, ғилем алырға, ял итерга, дини ҡәрҙәштәр менән осрашырға саҡыралар. Ин Ша Аллаһ, Аллаһы Тәғәлә риза булһын. Ялыбыҙ бик файҙалы, фәһемле, ҡыҙыҡлы булды.

Күгәрсен районында урынлашҡан, тәбиғәте бик матур. Уҡытҡан уҡытыусылары бик яҡшы, белемле, тәжрибәле белгестәр, Ин Ша Аллаһ. Көн режимы бик дөрөҫ төҙөлгән. Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән, бик файҙалы, күңелле ял итеп ҡайттым, Аллаға шөкөр. Уҡытыусыларға икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәребеҙ яуһын, Ин Ша Аллаһ.

Илай - илай һаубуллаштыҡ, һеҙ ҙә барығыҙ, үкенмәҫһегеҙ. 20 гена урын, ваҡытында яҙылып ҡуйығыҙ, ашатҡан ризыҡтарына тиклем витаминлы, хәләл, уабше тамле, Ин Ша Аллаһ.

Балаларыма рәхмәт, ошондай матур, фәһемле ял ойошторғандары өсөн.

 

Флүзә Ниғмәтуллина. 

Автор:
Читайте нас