+8 °С
Дождь
Ниндәй матур быйыл көҙө лә
Ҡотлоюлда мәсет төҙөлә.
Бисмилләле ошо төҙөлөш
Алып килер бик күп үҙгәреш.
Аҙан тауышы яңғырар мәсеттә,
Тыйнаҡланыр ҡыҙҙар, егеттәр.
Имен булһын тиеп донъялар
Намаҙлығын йәйер инәйҙәр.
Ауылға бәрәкәт һәм ҡот ҡайтыр,
Һәр бер йортта ҡорбан салырҙар.
Никах менән үтер бар туйҙар,
Бәхетле булыр бөтә сабыйҙар.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы.