-6 °С
Облачно
Ғаилә ҡорғас эш, тип Яҡшымбәт ауылына төпләндек, унда ла мәсеткә йөрөп торабыҙ. Бөгөнгө көндә тыуған ауылыбыҙҙа иман йорто төҙөлөүенә шул тиклем ҡыуанып, шатлығыбыҙ эсебеҙгә һыймай, күңелебеҙ тулышып тора. Ауылыбыҙҙа ошо тиклем изге күңелле, иманлы кешеләр булыуы шатлыҡлы, барлыҡ ауылдаштар исеменән Мәрүәр апайға, уның тормош иптәшенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, ҡылған изгелектәре үҙҙәренә игелектәр булып меңләтә әйләнеп ҡайтһын ине.
Рәйлә АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауылы.
Ҡотлоюл ауылында мәсеткә нигеҙ һалыуға бәйле мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.