-5 °С
Облачно
Шуларҙың береһе Рәмилә апа Минһажетдин ҡыҙы Мортазина. Уны ҡалабыҙҙа ла, районыбыҙҙа ла яҡшы беләләр. Байтаҡ йылдар инде ул мәрхүм булған ҡатын-ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе ислам дине ҡанундары буйынса тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата. Тәүлектең ҡайһы сәғәтендә мөрәжәғәт итһәң дә, үтенесте кире ҡаҡмай ул.
Федоровка районы Балыҡлы ауылында тыуып үҫкән Рәмилә апабыҙ ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләй. Уның әтей-әнейе лә дини кешеләр була. “Беҙ аҙан тауышына уянып, аҙан тауышына йоҡлап китә торғайныҡ”, - тип хәтерләй бала сағын Рәмилә ханым.
19 йәшендә Рәмилә менән Көйөргәҙе районының Яңы Муса ауылы егете Ҡотдус Мортазин ғаилә ҡороп ебәрәләр...
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.