Халыҡ оло юл буйынан күҙен алманы. Сәғәт ун берҙә башлана тип самалағайнылар ҙа баһа. Ә ваҡыт ун икенсе ярты булды.
- Хәҙер килеп етәләр, - кемдер шулай тине, - Раил Рамаҙанович юлда.
Беҙ, үҙебеҙ ҙә яңыраҡ ҡына килеп еткән кеше, аптырап ҡалдыҡ - Раил Араптановты шулай зарығып көтәләрме әллә?
Үрге Бабалағы был мәсеттең нисек төҙөлгәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек тә. Нигеҙ һалдылар, стеналарын күтәрҙеләр... Барыһы ла майға батҡан бысаҡ һымаҡ барҙы, юлдарына бөтәһе лә юш килеп кенә торҙо.
Бына быныһы ла шулай: мәсеткә газ инде.
- Мортаза Ғөбәйҙулла улы, берәй ауылға газ инһә, халыҡ шатлығынан ултырып илай тиер ине.
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫыла.