Все новости
Иман
27 Ноября 2023, 12:18

Сауап булып ҡайтһын

Әхтәм Кинйәғолов, Үрге Баба ауылы "Нур" мәсете имам-хатибы:

Сауап булып ҡайтһын
Сауап булып ҡайтһын

...Бүлмәне төҙөү өсөн кирбестәрҙе мөхтәсибәттән бүлделәр, Айнур Ҡәҙимовҡа ла ҙур рәхмәт, һәр саҡ ярҙам итеп торалар. Кирбестәрҙе һалып, бүлмәне сығарыу өҫтөндә Ялсығолов Динислам һәм Морданов Рафаэль эшләне. Һыу үткәреү эштәрен Ринат Аҡһаров тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Колхозыбыҙ етәксеһе Мостафин Рәмил Ғиниәт улына ла ҙур рәхмәт һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бүлмә әҙер булып, газ индереү һәм башҡа ошоға бәйле эштәргә килеп еткәс, беҙ "Газпром газораспределение Уфа" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күмертау филиалы директоры Исхаҡов Рөстәм Рауил улына мөрәжәғәт иттек, уға ла ҙур рәхмәт, ҡайҙа мөмкин шунда ташламалар яһап, беҙҙе һә тигәнсе газлы итте. Шулай итеп, тағы бер оло эштең осона сыҡтыҡ. Мәсетебеҙҙе төҙөшкән һәр кешегә, ауылдаштарға, беҙҙе белеп белмәй ярҙам күрһәткән һәр кемгә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Ошо бөгөнгө байрамды әҙерләү өсөн, башҡа мәжлестәрҙә лә йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләгән, ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡтары менән һыйлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ла билдәләп үтмәй булмай. Мәсетебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн дәрес үткәреүсе, дингә әйҙәүсе хажиә Римма Аитбаеваға, уның эргәһендә һәр саҡ ярҙамға килеп, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашып, һый-хөрмәт бешереп алып килеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ: Бикмурзина Лизаға, Әхмәтова Гөлйыһанға, Йосопова Разыяға, Шамшаева Мөкәрәмәгә, Ялсығолова Бүләкбигә, Ибраһимова Сәриәгә ҙур рәхмәт.

Был ваҡиға хаҡында тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: